Предыдущая публикация
Хәйбулла районы Федоровка ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабында еңгән 100 мең һум аҡсаны яугирҙәребеҙ өсөн антидронлы юрғандар тегеү өсөн материалдар һатып алыу өсөн ҡулланды.
Ауыл клубында Федоровка ауылы халҡы һәм уларға ярҙамға шулай уҡ Яңы Ергән ауылы уңғандары ла ихлас ҡушылды. Һәр бер юрғанға күңеленең бер өлөшөн, Еңеүгә ышанысын һалып, ҡатын-ҡыҙҙар уны һөйөү һәм хәстәрлек менән текте!
Һөҙөмтәлә бер көндә генә 10 одеял әҙерләнде, уларҙың һәр береһе ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйған батырҙарыбыҙҙы һаҡлар, тигән өмөттә ауыл кешеләре.
Материалдар етерлек әле, ауыл халҡы егеттәр өсөн тағы ла юрғандар тегә.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2