Предыдущая публикация
Туймазы районының Төмәнәк ауылында СВО яугиры һәм уның кәләше Аделя никахлашты.
"Локатор" ҡушаматлы яугирға 22 йәш. Ул ике йыл элек, Рәсәй Ҡораллы көстәре сафында хеҙмәт иткәндән һуң, хәрби хеҙмәткә китә. Яугир артиллерия ғәскәрҙәрендә наводчик булып хеҙмәт итә.
Буласаҡ ҡатыны менән интернетта таныша. Баҡтиһәң, ҡыҙ һеңлеһе менән бер колледжда уҡый икән. Бер нисә ай буйына йәштәр хаттар алыша, һирәк-һаяҡ шылтыратып торалар. Ә яугир ялға ҡайтҡас, улар осраша һәм өйләнешергә ҡарар итә.
Йәштәргә бәхетле һәм оҙайлы ғүмер теләйбеҙ.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1