«Был йыр минең өсөн яугирҙәребеҙҙең гимны кеүек яңғырай. Быйыл күптән көтөлгән тыныслыҡ килер тип өмөтләнәбеҙ, — тип яҙған Фларид Бирғәлин. — Йыр 2024 йылда сығырға тейеш ине, ләкин яҙмыш үҙе 2025 йылды һайлаған, күрәһең. Ә йыр 2023 йылдың сентябрендә тыуҙы. Миңә ошо йырҙы бүләк иткән өсөн «Яңы Йыр» студияһынан Эмиль Абдрахмановҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Уны оҙаҡ ҡына яҙҙыра алманыҡ, үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, шарттар мөмкинлек бирмәй. Был матур йыр өҫтөндә оҙаҡ эшләнек! Бына шундай тарих!» Рима Баймырҙина шиғырына Эмиль Абдрахманов ижад иткән «Йәш егеттәр дәррәү күтәрелде» йырын Фларид Бирғәлин башҡара. Һылтанма буйынса тыңлай алаһығыҙ https://vk.com/wall357466945_2186 Барығыҙ ҙа иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев