ТЮМЕНСКИЙ МАХРОВЫЙ КОВЁР төркөмөндә Таңһылыу тураһында бына нимәләр яҙалар:
“Башҡортостандың Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе Таңһылыу Ҡарағолова үҙен балаҫтар эшләү оҫтаһы итеп танытҡан. Ул бик матур балаҫтар, диван япмалары, диван мендәрҙәре өсөн тышлыҡтар, карауат эргәһенә бәләкәй балаҫтар, һарыҡ йөнөнән иләнгән ептән йәки оҙаҡ ҡулланылыусы синтетик ептәрҙән, башҡорт биҙәктәрен ҡулланып, интерьер өсөн паннолар яһай.
Таңһылыу үҙ халҡының балаҫ туҡыу традицияһын һаҡлауға бик ҙур өлөш индерә, заказ биреүселәрҙең интерьерҙарын бик матур башҡорт мотивтары менән биҙәп ебәрә. Уның традицион техника менән боронғо биҙәктәр ҡушып эшләнгән әйберҙәре бик тә уҙенсәлекле килеп сыға.
Был кәсепкә ҡыҙыҡһыныу уның күңелендә бала саҡтан килә.
Өсөнсө балаһы – улы Ғаяз менән декрет ялына сыҡҡас, үҙенең күңелендә күптән өлгөрөп еткән уйҙарын тормошҡа ашырырға ниәт итә. Таңһылыуҙың ниәтен тормош юлдашы Рушан да хуплай һәм ҡатынына туҡыу станогы һатып алып ҡайтып бирә.
Балаҫтар һуғыу – ҙур сабырлыҡ, түҙемлек, ныҡышмаллыҡ, күңел матурлығыңды эшеңә күсереүҙе талап иткән бик нескә һәм ваҡ эш. Матур биҙәктәр, уларҙы тыуҙырыусының донъяһына яҡтылыҡ һәм бәхет өҫтәп, йәйғор төҫтәре менән балҡый...
Таңһылыу туҡыусылыҡты тергеҙеүсе, матурлыҡты, уңғанлыҡты күрһәтеүсе оҫта. Ул үҙенең өйөнөң һәр мөйөшөн ҡиммәте юғары булған балаҫтар менән биҙәй. Уларға оҫта ҡул йылыһын ғына түгел, күңел йылыһын да һалған”.
Таңһылыуға киләсәктә лә ҡул һәм күңел емештәре менән донъяны биҙәп, кешеләрҙе ҡыуандырып йәшәргә яҙһын!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев