Предыдущая публикация
Һөйөклө кешеләрегеҙҙе йышыраҡ ҡосаҡлағыҙ, уларға матур һүҙҙәрегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Ҡосаҡлашыу - үҙе ҙур дауа бит.
Ҡосаҡлау көнө.
Рәхмәт яуғыры, әллә кем
Сығарған уйлап:
Ҡосаҡлау көнө бит бөгөн!
Бар донъя буйлап
Ошо байрам илдән илгә
Күсеп таралһын,
Бөтәһе лә бөтәһен дә
Ҡосаҡлап алһын!
Ҡалмаһын үпкә, асыуҙар,
Юғалһын нәфрәт,
Туҡтаһын ерҙә һуғыштар,
Тынһын ғәрәсәт!
Бар донъяға тик изгенән
Булһын теләктәр,
Дуҫлыҡ, хөрмәт, һөйөү менән
Типһен йөрәктәр!
Күңелемдә бары яҡты
Хистәр һаҡлайым.
Килсе, дуҫым, яндарыма:
Бер ҡосаҡлайым!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев