Предыдущая публикация
Егермеһендә һыуыҡ булһа, йәй эҫе килер.
Егерме дүртендә бәҫ тотһа, йәй ямғырлы килер.
Төтөн тура сыҡһа – һыуыҡҡа.
Ай ҡараңғы булһа, һауа еүеш булыр, әгәр асыҡ булып торһа, көн ҡоро килер.
Әгәр ҡар ваҡ ҡына бөртөк менән һирәк кенә төшкөләһә, бик оҙаҡ һыуыҡ булыр.
Күктәге йондоҙҙар асыҡ күренһә – көн яҡшырыр, тоноҡ күренһә – ҡар яуыр.
Ҡояш тирәһендә нурҙар юғары сағылһа – буран булыр, түбән сағылһа – һалҡын булыр.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев