1,5 л. ҡайнаған йылымыс һыуға 2 аш ҡалағы әсетке, 3 стакан он ҡушып болғап, (ҡуйыраҡ бутҡа һымаҡ) баш әсетәбеҙ. Төнгөлөккә әсетергә ҡуйһаң яҡшып. Икмәк башы кәмендә 6 сәғәт ултырырға тейеш. Йылы урынға, өҫтөнә берәй нәмә ябып ултыртырға. Өй һалҡын булһа, йылыраҡ итеп төрөргә кәрәк.
Баш әсегәс, өймәләм итмәй 3 аш ҡалағы тоҙ, 5-6 стакан он һалып, ҡамыр баҫырға. Он төрлө була, әҙ - әҙләп һалығыҙ. Ярты стакан йылымыс һыу әҙерләп ҡуйырға мөмкин. Ондо күберәк ҡушып ебәрһәгеҙ, һыулап, тасҡып ебәрергә кәрәк булыр.
Ҡамырҙы яҡшы итеп баҫырға кәрәк. Ҡулға, табаҡка йәбешмәй башлағанға тиклем баҫырға. Ҡомалак икмәгенең ҡамыры тығыҙыраҡ була. Ябып, 1 - 1,5 сәғәткә йылы урынға төрөп ултыртырға. Ҡалҡып сыҡҡас, тағы бер тасҡып ултыртып тороғоҙ. Тағы ла ҡалҡып сыҡҡас, таба йәки формаларға икмәк яһап, йылы урынға өҫтөн ябып, ҡалҡҡанға тиклем ултыртырға.
Ҡомалаҡ ҡамыры сөпрә ҡамыры кеүек тиҙ ҡалҡмай, яйыраҡ ҡалҡа. Ғөмүмән, оҙаҡ өлгөрә.
180° ҡа ҡуйып, 20 минут йылытҡан духовкаға ҡалҡып сыҡҡан икмәкте бешерергә ултыртабыҙ.160° ҡа кәметеп, 1 сәғәт тә 20 минут бешерәбеҙ.
Бешеп сыҡҡас, йылы икмәк менән баллап - майлап сәй эсәбеҙ!
Ҡомалак икмәгенә шәкәр ҙә, май ҙа, йомортҡа ла ҡушылмай.
Ошо күләмдән 750-770 г 4 буханка икмәк бешереп аламын. Йәки 2 түңәрәк икмәк була.
"Икмәк булһа, йыр ҙа була" тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр. Бешкән икмәктең хуш еҫтәре өйгә таралһа, ҡот өҫтәлеп, күңелле генә булып китә
Лилиә Шаһиғәлина
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев