Бөгөн 31 декабрь, шишәмбе. Яңы 2025 йыл яҡынлаша, һанаулы ғына сәғәттәр ҡалды. Яңы йыл байрамы башҡа байрамдарҙан айырылып тора. Ул изгелек, күңел йылылығы, йорт йәме һәм иң мөҡәддәс хыялдарҙың тормошҡа ашасағына ышаныс менән һуғарылған.
Яңы 2024 йылға йомғаҡ яһайбыҙ һәм киләсәккә пландар ҡорабыҙ. Үтеп барған йыл ил өсөн ябай булманы, әммә республикабыҙ матур һөҙөмтәләр менән тамамлай. Беҙ уны Башҡортостанда башҡарылған эштәрҙә күрәбеҙ.
2025 йылда сағыу ваҡиғалар һәм яңы ҡаҙаныштар көтәбеҙ. Киләһе йыл ижади һәм емешле хеҙмәт йылы, яңы үрҙәр яулау мәле булһын. Ныҡлы һаулыҡ яҡшы кәйеф, ер, ил тыныслығы, мөхәббәт, иң изге хыялдарҙың тормошҡа ашыуын, ғаиләләрегеҙгә татыулыҡ һәм именлек теләйбеҙ!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев