Ҡоншаҡ районы - Башҡорт ере... Рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә лә билдәлелелек яулаған эшмәкәрҙәр Әбделҡадир Инан, Ҡадир Даян, Ҡадир Тимерғәзин, Эмма Тимерғәзинаның тыуған ере ул»"- тип яҙа, Көньяҡ Уралда билдәле журналист, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәт Хәбиров «Ҡоншаҡ районының күренекле башҡорттары» исемле, яңы донья күргән китабында. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Силәбелә китаптың исем туйы уҙҙы.
Яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәт Хәбировтың Ҡоншаҡ районының данлыҡлы башҡорттары тураһында был тәүге китабы. Автор бар ғүмерен башҡорт мәҙәниәтен, этнографияһын, фольклорын өйрәнеүгә арнаған.
Баҫмаға Ҡоншаҡ районының XX быуатта йәшәгән танылған шәхестәре хаҡында 20-нән ашыу очерк ингән.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев