Предыдущая публикация
Бөгөн, 18 сентябрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +17,+22 градус.
Кесаҙна, 19 сентябрҙә, йәнә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ республиканың төньяҡ райондарында бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төндә талғын, көндөҙ көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +2, +7 градус, урыны менән 0, -2-гә тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин, көндөҙ +17, +22 градус.
Йома, 20 сентябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11 градус, көньяҡта +1-гә тиклем, көндөҙ +15, +20 градус.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев