❇️Сөгөлдөр, кишерҙе ҡаҙып алғанда, көрәк тейеп ҡалғанын ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға һалмағыҙ. Улар насар һаҡланасаҡ.
❇️Кишер менән сөгөлдөрҙө һаҡлауҙың иң уңайлы ысулы – уны ҡом менән аралаштырып һаҡлау.
❇️Сөгөлдөрҙө йыуып, өлөштәргә бүлеп, туңдырғыста һаҡларға була.
❇️Кишерҙе ҡырғыс аша ҡырып, туңдырғыста һаҡларға мөмкин. Ҡышҡыһын борщ, былау йәки башҡа төрлө ризыҡ әҙерләгәндә ҡушып ебәреүгә бик йәтеш.
❇️Таҙа кишер һәм сөгөлдөрҙө генә баҙға төшөргөгөҙ килһә, тимәк, уны йыуып, киптереп целлофан ҡапсыҡтарҙа һаҡларға була. Был осраҡта уларҙың осон һәм төбөн ҡырҡырға кәрәк.
❇️Картуф сөгөлдөр менән генә яҡшы “күрше” буласаҡ. Сөгөлдөрҙө картуфтың өҫтөнә һалырға кәрәк. Сөнки ул картуфтың артыҡ дымын үҙенә тартасаҡ, ә сөгөлдәргә оҙаҡ һаҡланыр өсөн дым кәрәк.
❇️Кишер һәм сөгөлдөрҙө киләһе йыл шул уҡ түтәлгә ултырмағыҙ. Уңыш насар буласаҡ. Был түтәлдәргә помидор, баклажан, шалҡан, еләк ултыртырға була.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев