Был хаҡта республика парламенты рәйесе Константин Толкачёв фронттан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Алексей Локотченко менән осрашыуҙа белдерҙе.
«Бөгөн төп бурыстарҙың береһе — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, — тип билдәләне Константин Толкачёв. — Депутаттар хәрби хәрәкәттәр зонаһына йыш бара, яугирҙәр менән осраша. Беҙ һәр саҡ уларҙың ихтыяжы тураһында белеп торабыҙ, аҡса йыйып, кәрәкле әйберҙәр һатып алабыҙ. Депутаттар 45 миллион һум аҡса йыйҙы, был эште дауам итәбеҙ. Һәр хеҙмәт хаҡынан йыйып барабыҙ. Бөтә депутаттар ҙа ҡатнаша. Был — беҙҙең патриотик бурыс».
Алексей Локотченко 2024 йылдың 13 февралендә махсус хәрби операцияға юлланыу өсөн Рәсәй Оборона министрлығының ирекле корпусы менән контракт төҙөргә ҡарар итте. Үҙенә «Радий» тигән позывной алды.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев