Предыдущая публикация
Минең атай һуғышта,
Һеҙҙең атай өйҙәме?
Әсәй күҙе алыҫта -
Өйҙөң юҡ хәҙер йәме.
Мин уҡыйым мәктәптә,
Себерҙә йөрөй ағай.
Атай янына барам тип тә
Ашҡына, китер буғай...
Күрше “Аҡса кәрәккән”-ти
Шуға улар һуғышта!
“Юҡ, улай түгел – ялған!”- тим
“Атай Ватан һаҡлай алыҫта!”
Үткән айҙа әхирәтем
Күмде ергә Ағаһын.
Атай иҫән ҡайтһын өсөн
Хәйер бирәм көн һайын.
Тиҙерәк бөтһөн инде
СВО тигәндәре.
Тыныс тормош, һин кил инде
Ҡыйын бит көтөүҙәре...
Август, 2023 йыл
. Ps: Шиғырҙың авторы билдәһеҙ..
.
"Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһендә""Атай" исемле шиғырҙы Инйәр ҡасабаһында йәшәүсе Зөлхизә Йосопова һөйләй.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 10