Хәйерле сәғәттәр! Тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләре буйынса күптән шөғөлләнеп, айырыуса ер аҫты һыуҙарының бысраныуы һәм таҙартыу саралары, эсәр һыуҙар (Д.Бураҡаев менән бергә) хаҡында мәҡәләләр яҙып, "Шишмә" тигән повесымда Ҡарман ГРЭС-ы проблемаларын күтәреп сыҡҡан журналист булараҡ, ошо көндәрҙә ҡайһы бер иптәштәр менән фекер алыштым һәм интервью бирҙем. Егерме минутлыҡ интервьюмдан бер минутлыҡ һоҡланыу өлөшө генә ҡалған.
Эш шунда. Ҡуштау тәбиғәт һәйкәлдәре исемлегендә юҡ - уныһы билдәле. Әммә Ағиҙел яры буйлап һуҙыла. Беҙ йылғаны һәләк итәсәкбеҙ. Ағиҙел һыуы ҡалдыҡ һыуҙар менән бергә ер аҫтындағы буш горизонттарға ағып, эсәр һыуҙарыбыҙҙы бысратасаҡ. Бөгөнгө көндә Ҡарман ГРЭС-ын эшләтеү өсөн мазутты айырып алыуға киткән таҙа һыу ҡалдыҡ һыуға әйләнгәс, ер аҫты бушлыҡтарына ҡыуыла һәм скважиналар йүнләп цементланмағанлыҡтан, эсәр һыуҙарҙы бысрата. ГРЭС-тың ҡеүәте артҡандан-арта, хәҙер ул тирәләге ҡалалар, ауылдар эсәр һыуһыҙ ҡалды.
Таналыҡ һыуһаҡлағысы килтергән зыян күпме! Стәрлетамаҡ заводтарының бысраҡ һыуы Әлшәй территорияһын бысрата, Межгорье Инйәрҙе, Баймаҡ, Хәйбулла аша аҡҡан Һаҡмар тауыҡ кисмәле булып ҡала бара һ.б. Беҙ ошо юл менән - Ағиҙелде һаҡлау, Башҡортостанда экологик фажиғә яһатмауға баҫым яһап, Ҡуштау проблемаһын күтәреп сыға алабыҙ. Ҡуштау - Ағиҙел именлеген һаҡлаусы төп терәк. Уны юҡ итеү, тотош Ағиҙелде, тимәк, Башҡортостандың төп йылғаһын ҡоротоу тигән һүҙ.
#Курай #КурайТВ
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 1