− Ярай, − тим, − артыҡ бошоноп китмәгеҙ әле, һеҙҙең бына тигән бейемегеҙ бар бит, − әңгәмәсемдең күңелен нисек тә күтәрергә тырышам.
− Шулайын шулай, тик бейемем дә үҙемдеке генә түгел шул, уны көндәшем менән икәү бүлешәбеҙ.
Уның был хәбәренә бөтөнләй аптырап ҡуям. Нурия һүҙен дауам итә:
− Иптәшем менән күптән айырылышҡанбыҙ. Ике ҡыҙыбыҙ бар. Ир кеше яңғыҙ оҙаҡ йәшәй алмай бит, күп тә тормай, өйләнде. Ә мин һаман балаларҙы яңғыҙ үҫтерәм. Димләүселәр ҙә, тәҡдим яһаусылар ҙа бар. Тик, бер ауыҙ бешһә, һалҡынды ла өрөп ҡабаһың, ти бит. Холоҡһоҙ, эскесе ир теңкәмде ҡоротто. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2024-06-18/s-ar-yshy-3813647
https://ejansura.ru/news/ataisal/2025-01-29/sirl-sel-r-any-arta-4101324
https://ejansura.ru/news/ataisal/2025-01-29/atta-y-r-y-belg-n-mer-r-e-kinola-t-sh-s-n-kasting-a-sa-yralar-4101012
https://ejansura.ru/news/novosti/2025-01-28/sobaka-4099886
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев