Был тауышты ишетеп, шатланғандай, яҡында бүре олоп ебәрҙе. “Уй, Аллаҡайым, беҙҙе бүреләр ашай инде. Мөхәммәт, әйҙә, кире боролайыҡ”, – тип ялбарҙы ҡыҙ, дер ҡалтырап.
– Апаҡайым, бер бөртөгөм, ҡурҡма, илама. Мин бит беренсегә бүре менән осрашмайым, – ҡустыһы Нәзифәне тынысландырырға тырышһа ла, үҙенең дә быуындары ҡалтырай ине. Үҫмер санаһына бәйләп һалынған торонбашты әҙерләне.
– Бүрегә ҡаршы утлы торонбаш менән барайыҡмы? – тип иламһыраны Нәзифә.
– Ҡурҡма, апай, алға атлайбыҙ, әгәр беҙ кире боролһаҡ, улар барыбер беҙҙең арттан киләсәк, – тине Мөхәммәт ҡыйыуланып, – алға атлайыҡ. Янып торған күҙҙәргә яҡынлашҡас, Мөхәммәт торонбашты тоҡандырҙы: “Әсәйемә рәхмәт инде. Ул алдан ҡайҙан белде икән?” Йөрәктәрен устарына тотоп, әммә ҡурҡҡандарын белдермәй, йыртҡыс эргәһенән күҙенә ҡарап атланы үҫмерҙәр. Юлы тиҙ генә атларлыҡмы – хәл бөттө лә ҡуйҙы. Ҡот осҡос бүре, уларҙың ҡар кисеп, эргәһенән генә үтеүенә аптырағандай, юл ситендә ҡалды. Бер нисә саҡрым ара киткәс, ҡурҡыуы үтмәгән ҡыҙ, бер аҙ тынысланғандай тойолһа ла, хәҙер инде үҙ-үҙен еңеүенә ышанмай, һыҡтауын дауам итте. Юл әсәһе һөйләгән әҡиәттәге һымаҡ алыҫ та, ҡурҡыныс та, хәүефле лә, баҙар асылғанға тиклем барып етеп, йомоштарын үтәп, урап ҡайтып өлгөрөргә кәрәк. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2025-01-15/ary-may-r-te-4082084
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев