Торлаҡ фондын техник файҙаланыу ҡағиҙәләре буйынса, ҡыйыҡ кәрәк булған һайын боҙ ҡатламынан һәм боҙбармаҡтарҙан таҙартыла. Түбәндәгеләрҙән тыш, йомшаҡ ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартмайҙар:
- һыу ағымы системаһы тышҡа урынлаштырылған рулонлы ҡыйыҡтарҙың улаҡтары һәм аҫылмалары;
- бөтә төр ҡыйыҡтарҙан, балкон һәм ишек баштарынан төшөп торған боҙ һәм ҡар ҡатламы.
Һыу ағыҙыу системаһы тышта урынлаштырылған осраҡта ҡыйыҡты даими ҡарҙан таҙартып торорға кәрәк. Ҡар ҡатламы 30 сантиметрҙан артыҡ йыйылырға тейеш түгел. Йылыта башлағас, ҡарҙың ҡалынлығына ҡарап тормайынса, ҡыйыҡты таҙартырға кәрәк.
❗ Әгәр милек хужаһы фатирының балкон ҡыйығында йәки кондиционерҙа ҡар өйөмө һәм боҙбармаҡтар күрһә, был хаҡта идарасы компанияға хәбәр итергә тейеш.
Боҙбармаҡтарҙы үҙаллы һындырырға, ҡарын алып ташларға ярамай - үҙегеҙҙең һаулыҡҡа һәм һеҙҙең балкон аҫтынан үтеп барған кешеләргә зыян килтереүегеҙ бар.
📞 Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының белешмәләр хеҙмәте: +7 (347) 294-94-00.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев