Предыдущая публикация
Шаһит ҡынамы?! Һөйгәненең сепрәк ҡурсаҡ кеүек ятыуы, атаһының башҡа һыймаҫлыҡ енәйәте, торған еренә таш ҡаялай һеңдерҙе. Күңел түренән үрәпсеп, ҡайнап, урғылып сыҡҡан асыуы күҙенә ҡан һауҙырҙы, һарыуын ҡайнатты. Тиҙерәк үс алыу теләге елегенә үтеп инде, аңын томаланы. “Типкесләргә! Иҙгесләргә! Юҡ, юҡ! Үлтерергә! Мотлаҡ үлтерергә! Өҙгөсләп, салып ырғытырға!” Яраһына тоҙ һалынған йыртҡыс хайуандай ташланды ул үҙенең ҡорбанына. Йән йылытҡыс, тән илерткес тойғолар кисереп, бер нәмә белмәй иҙерәп йоҡоға талған Илһам һуңғы һулыш алыуын аңламай ҙа ҡалды. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2024-04-08/ilertkes-toy-o-hik-y-3720250
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев