Әсәйҙе ҡарап, гонаһтарыңды юйҙым тип уйлайһыңмы? Булмай торһон әле. Атай ауырып түшәккә йығылғас, килеп күрендеңме? Мин ҡараным уны.
Ҡолағы ишеткән хәбәрҙе күпмелеп ваҡыт аңы ҡабул итә алмай аҙапланды. Айышына төшөнгәс, уйҙары буталды. Бер ҙур ҡаты йомғаҡ булып уралдылар ҙа, мейеһен быраулап, сикәһен туҡмай башланылар. Саҡ иҫен юймаған Сәбилә:
- Нисек рәнйене? Нимә һөйләйһең һин? – тип кенә өндәшә алды.
- Бына шулай. Рәнйене. Сәбилә ҡыҙым эргәмдә түгел, ризалығым юҡ уға, тине. Унан башҡа ла, һиңә һөйләмәгән хәбәрҙәрем күп әле. Һин иҫәрҙе уйлайым, ҡайғырмаһын тим. Әле лә өндәшмәҫ инем, үҙең ғәйепле. Телеңде тыя белмәйһең. https://ejansura.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2021-10-23/ozhmahtar-a-kemg-yul-yaby-2556761
https://ejansura.ru/news/common_material/2025-01-08/ustanovi-pozharnyy-izveschatel-sohrani-svoyu-zhizn-i-zhizn-svoih-blizkih-4077223
https://ejansura.ru/news/ataisal/2025-01-08/eh-byyma-y-la-byyma-y-4076969
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев