Аҫылынып төшкәс, шулай булып ҡалды, – тине. – Былтыр атын юғалтып ай буйы эҙләне. Һатып, малайының уҡыуына түләргә тип йөрөй ине. Ҡыуып алып киттеләр. Ныҡ ҡайғырҙы. Бисәһе лә үҙәгенә үттереп әйткәндер – уларҙың телен ҡырҡып алып булмай, игәп игәйҙәр ир бахырҙы. Башын элмәккә тыҡҡан. Күреп ҡалып төшөрөп алдылар. Мейеһе зарарланып өлгөргән, күрәһең. Аҡылы инәле-сығалы хәҙер...
Мараттың, «аҫылынып төшкәс», тиеүе мине уғата аптыратты. Ул уны шул тиклем еңел итеп, әйтерһең дә, көн дә булып торған ғәҙәти хәл кеүек әйтте. Кеше йоҡлай, ашай, эшкә йөрөй, уның араһында ... «аҫылынып төшә», имеш. Кеше йәшәй-йәшәй үлемгә өйрәнеп тә китәлер. Илле йәшкә еткән ауыл ире күп тапҡырҙар мәйет йыйыштырыуҙа булып өлгөрә, кемдер бының үҙ хисабын алып баралыр, тип уйламайым. Иллә-мәгәр, ауылда кеше мәрхүм булһа, бер кем дә зыяратҡа барыуҙан ситтә ҡалмай. https://ejansura.ru/news/hikaya/2022-06-23/sikte-sigend-hik-y-2852088
https://ejansura.ru/news/common_material/2025-01-08/ustanovi-pozharnyy-izveschatel-sohrani-svoyu-zhizn-i-zhizn-svoih-blizkih-4077223
https://ejansura.ru/news/ataisal/2025-01-08/eh-byyma-y-la-byyma-y-4076969
https://ejansura.ru/news/ataisal/2025-01-07/vrozhdennye-anomalii-u-novorozhdennyh-v-bashkortostane-prichiny-i-stat-4076446
https://ejansura.ru/articles/hakbul/2025-01-06/meyes-ya-anda-a-buly-y-4076235
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев