” – тип сүл бүреһеләй олоно Сәлим, таҡталарҙы бармаҡтарын ҡанатҡансы тырнап. Ул инде йөрәк һуғыуын да, күңел болғаныуын да, баш сатнауын да онотто. Ирҙең күҙ алдында яңы ғына хасил булған ҡәбер, дүрткел өйөлгән дымлы тупраҡтан метр ярым аҫта, һалҡын ер ҡуйынында тере, әммә яҙмыш хатаһы буйынса һап-һау килеш сереүгә дусар булған кәүҙә. Гүр тынлығы ҡосағында уның кәүҙәһе! Үҙен йәлләне. “Бәлки зыяраттан ҡайтмағандарҙыр, хәйер таратып тораларҙыр, һуң булмаҫ борон тауыш бирәйем... А-а-а! Эһе-һе-е-ей!” Ишеттеләр бит! Өҫкө таҡтаға көрәк менән һуҡтылар, ғырылдаҡ тауыш янда ғына: “Сыҡ урындыҡ аҫтынан! Һыу бир... Башым ярыла... Ыһ...” – тине.
Сәлим ҡапылғара төшөнмәне. “Бисә бит... Ызнашит күмеп өлгөрмәгәндәр,” – тип уйланы ҡыуанып.
– Һур таҡтаны! Үлермен мин һеҙгә үлмәй ҙә, инәгеҙҙе... – Ул әшәке һүгенеп тағы түбәгә типте.
– Алйыма, Сәлим... Тороп свитте яҡ та, һыу әпкил, бахмил башланды... – бисәһе ҡолаҡ төбөндә генә мығырланы. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2023-12-23/rm-kse-auy-hik-y-3577931
https://ejansura.ru/news/novosti/2025-01-04/v-plenu-meteli-i-snega-4075011
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 3