Предыдущая публикация
Һаҡмар ауыл биләмәһенә ҡараған ауыл район үҙәгенән көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 89 км алыҫлыҡта, Ҡаҫмарт йылғаһына ҡойған Ирҙәюл (Ирзаюл) йылғаһы буйында урынлашҡан. Күршелә Ырымбур өлкәһенә ҡараған Рыҫҡол, Һунарсы ауылдары бар. Һарыҡташҡа 53 км ғына.
“Һаҡмар” совхозының 4-се фермаһы тип йөрөтөлгән был ауыл 2005 йылда яңы статусҡа эйә була. Ә 2008 йылдан Тирәкле исеме менән йөрөтөлә башлай.
Ҡасандыр гөрләп торған фермалар, мәктәп булған ауылда әле егермегә яҡын йортта ғына йәшәйҙәр. Халыҡтың күпселеге – хаҡлы ялдағылар. Фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм мәсет эшләп килә.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев