Ғүмер буйы осоп-ҡунып бейеп, ауыл сәхнәһенең күрке булған, эште емертеп башҡарған уңған ҡатынға 50 йәше тулыр-тулмаҫтан кеше көнлө булып ултырыу бик ауыр. Тик балаларын ҡайғыртмаҫ өсөн күңел төшөнкөлөгөн һиҙҙертмәҫкә тырыша. Дүрт йылда яңыса йәшәргә өйрәнде инде, тик бына уттан ҡурҡа. Әсәһе менән ағаһының вафатынан һуң. Шуға ашарына ауылдағы ике ҡыҙы алмаш-тилмәш әҙерләй. Микротулҡынлы мейестә йылытып алырға өйрәнде. Өфөлә йәшәгән килене икенсе юлы мультиварка алып ҡайтырға вәғәҙәләне әле, бәлки, уның менән үҙе лә аш-һыу йүнәтә башлар. Көн буйына телевизор йә радио тыңлап күңелен баҫа. Таныш-тоноштары ла шылтыратып, хәлен белеп тора, ауылдаштары ла килгеләй. Яңғыҙ итмәйҙәр. https://ejansura.ru/news/hikaya/2024-09-27/ll-k-r-tey-e-ll-ay-y-ele-3947456
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев