Ул табип та, кәңәшсе лә, хатта ҡайһы берәүҙәрҙе дөрөҫ юлға өндәүсе уҡытыусы ла. Шуларҙы иҫәпкә алып, ауыл халҡын белгестәр менән тәьмин итеү маҡсатында, республикала “Ауыл фельдшеры” программаһы булдырылды.
“Техника яңырыуы, лайыҡлы эш хаҡы, уңайлы эш шарттары – былар барыһы ла бик мөһим. Әммә йәмғиәттең һәм хөкүмәттең табиптарға ҡарата ихтирамын ҡайтарыу уғата мөһимерәк. Үҙ бурысын лайыҡлы үтәгәндәргә изге һүҙҙ һәм наградаларҙы йәлләргә ярамай”.
(“Республика Башлығының “Сәләмәтлек сәғәте”ндәге сығышынан. 26 ноябрь 2019 йыл.)
Был дәүләт ярҙамының тағы ла бер яғы – ауыл еренә ҡайтып эшләргә теләк белдергән белгестәргә социаль ярҙам. Ейәнсура районында һигеҙ фельдшер ана шул программа буйынса ярҙам алыуға өлгәште. Шуларҙың береһе – Сирғол ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Ирина Ғүмәрова.
Бығаса эшләгән ауылдаштары хаҡлы ялға сыҡҡас, ситтән килгәндәре күсеп киткәс, сирғолдар Ирина Байгилде ҡыҙын һөйөнөп ҡаршыланы. Фельдшер булып ошо ауылда тыуып-үҫкән, һәр кемде яҡшы белгән үҙ кешең эшләүгә етәме инде!
Ирина Байгилде ҡыҙы белгес булып эшкә урау юлдар үтеп ҡайта. Сирғол урта мәктәбен тамамлағас ул Сибай медицина колледжында уҡып, фельдшер дипломы алһа ла, уҡыуын артабан дауам итеү ниәте менән Сибай институтына килә. Унда 5 йыл уҡып, ҡулына диплом алған ҡыҙҙы институттың физкультура кафедраһына уҡытыусыһы итеп эшкә ҡалдыралар. Бер нисә йыл эшләгәс, Ирина Байгилде ҡыҙы Аҡйегет исемле сабыйы тыуғас, өлкәнәйгән, сәләмәтлектәре иғтибар талап иткән ата-әсәһе янына Байдәүләткә (ғаилә шунда күсенгән була) ҡайта.
Аҡйегет бер аҙ ҙурайыуға ауылдаштары Иринаны эшкә сығырға өгөтләй башлай. Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһынан да әленән-әле шылтыратып, эшкә саҡырып торалар. Әлбиттә, икеләнеүҙәр була. Бәләкәй бала, күрше ауылдан йөрөргә. Етмәһә һөнәре буйынса эшләмәгәненә лә байтаҡ. Ул барыһын да бизмәнгә һалып, ҡарар ҡабул итә. Белемен камиллаштырып, сертификат ала ла, ең һыҙғанып, эшкә тотона.
Әле фельдшер Сирғол һәм Саҙалы ауылы халҡын хеҙмәтләндерә. Шулай уҡ, талап ителгәндә, Ибрайға ла йөрөгән. Дүрт йыл “Ал елкән” балалар сәләмәтләндереү лагерында ял итеүсе ҡыҙҙар-малалайҙарҙың һаулығы ла уның яуаплылығында булған. Төп эшенән тыш, дауахананың йәмәғәт тормошонда ла ҡатнашырға өлгөрә фельдшер.
Әйткәндәй, Ирина Байгилде ҡыҙы ҡайтып эш башлағас, бығаса ауыл мәҙәниәт йортоноң бер яғында урынлашҡан фельдшер-акушерлыҡ пункты өр-яңы – бөтә уңайлыҡтар булдырылған модулле бинаға күсте. Шулай республика хөкүмәте бар яҡлап хәстәрләп торғанда ең һыҙғанып эшләргә лә эшләргә генә ҡала!
***
Владислав Радик улы Ваһапов, Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы баш табибы:
- Фельдшер-акушерлыҡ пункттары – ауыл халҡы өсөн иң яҡын медицина учреждениеһы. Шуға ла ФАП селтәрен үҫтереү эшебеҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Бөгөн районда өс модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Ауылға медицина белгестәре йәлеп итеүгә йүнәлтелгән “Ауыл фельдшеры” программаһына ла туҡталмай булмай. Эшкә ҡайтҡан йәш белгестәрҙе һәр саҡ ҡыуанып ҡаршы алабыҙ, “Ауыл фельдшеры” программаһында ҡатнашырға, матди ярҙам менән ҡулланырға тәҡдим итәбеҙ.
https://ejansura.ru/articles/Pitin/2024-11-27/vladimir-putin-podpisal-ukaz-o-novom-voinskom-prazdnike-4026848
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2