Урыҫ әйтмешләй, а ларчик то просто открывается, иптәштәр!?
Ауылда ғаиләһе менән йәшәп көн күргән , ауыл хужалығында самознятыйҙар, фермер хужалығында эшләгән кешеләргә пенсия йәшен элекке кимәлгә генә төшөрөргә, йә тағы түбәнерәк. Ауыл балаларына уҡырға кергәндә льготалар.. Халыҡ ағыла башлаясаҡ ауыл яғына ! Ауылда хәҙер йәшәү ҡаланыҡы кеуек , яҡшыраҡ булмаһа әле!Эшләй белгән кешегә, эшләргә яратҡан кешегә- бөтә уңайлыҡтары булған өй һалып сыҡһа, йә һатып алһа, саф һауа , балаларҙы өй эргәһенән автобус уҡыуға йөрөтә...
Айыҡ ауылдар, телевизорҙан күренеп ҡалыр өсөн эшләгән конкурстар, өмәләр- улар миңә ҡалһа, миңә йыназаны хәтерләтә, ауылдың үлем алдындағы агонияһын...
Ә ҡалалағы тормоштоң еңел агитация эшләмәһә лә беләбеҙ беҙ, шуға йәштәр ҡалаға китеп бөтөп тора , ә ауылда ҡарттар. Тағы ла ун йыл был хәлгә битараф ҡалһалар, күпселек ауылдар юҡҡа сығасағы көн кеүек асыҡ!
P.S. был тик башҡорт ауылдарына төшкән афәт түгел, ә бөтә Рәсәй масштабындағы бәлә...
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев