Предыдущая публикация
Ғашиҡтарҙың үҙ донъяһы уның,
Аңламаҫһың барыбер, күҙләмә !
Иңләр өсөн күкте , ҡанат ҡуйған
Мөхәббәттән гөнаһ эҙләмә !
Упҡындарға осор саҡтарыңда
Яңғыҙлыҡ үҙәгең өҙгәндә ,
Киләсәккә йәшәү көсө биргән
Яратыуҙан гөнаһ эҙләмә !
Өмөтһеҙҙән йөрәк әрнегәндә.
Бар дөнъянан күңел биҙәгәндә,
Тормошоңдо бәхеттәргә төргән
Мөхәббәттән гөнаһ эҙләмә !
Аңлағандар -һаналғандар ғына
Мөхәббәт алдында теҙләнә
Шыҡһыҙ төндә бер тамсы нур булған
Һөйөүҙәҙән гөнаһ эҙләмә !
Гөлүсә Шаһбан .
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 3