Үҙ - үҙемде тапмай,
Башҡа берәүҙәргә
Оҡшауҙан.
Аш тип таш йотһам да,
Алыҫ торҙом
Яһалмалыҡ тигән
Ҡоршауҙан.
Кешеләргә
Сәйер тойоламдыр,
Ҡыйындыр ул мине
Аңлауы.
Батып ҡуйма, өҫкә
Үрлә, тиеп,
Гел өйрәтте тауҙар
Шаңдауы.
Ҡыуаныстар
Минең аҙ булманы,
Үкенестәр инде
Самаһыҙ.
Берәү йылы өйҙә
Көйөн һуҙҙы,
Мин урамда ҡалдым
Сараһыҙ.
Йәй көндәре егер
Арбам да юҡ,
Ә ҡыштарым уҙҙы
Санаһыҙ.
Шул сағында
Тауҙар телгә килде,
Тетрәгәндәй булды
Ҡаялар:
- Рәнйеткәндәренә
Асыу тотма,
Тик изгелек һине
Дауалар...
Асылғандай булды
Күңел күгем,
Иркенәйеп китте
Һауалар...
Рәхмәт, тауҙар,
Һеҙҙән өйрәндем мин
Дауылдарға ҡаршы
Торорға,
Миңә тигән яҙмыш
Ошолор ул,
Теләмәйем кире
Борорға...
Күп тырыштым,
Тик мин етә алмам
Ҡаяларҙың иң - иң
Үренә.
...Кисә генә тыуған
Һымаҡ инем,
Етеп барам ғүмер
Түренә...
Ф. Биктимерова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1