Предыдущая публикация
Бер япрағын һаҡлап ҡалманым.
Алам тиеп эйелгәндә генә
Ыжғыр елдәр мине таланы.
Көҙөм минең быйыл бушҡа үтте,
Әрләмәҫ тә инем үҙемде.
Хәтерендә тороп ҡалған булһам
Үкенескә үткән көҙөмдөң.
Хуш тимәнем киткән торналарға,
Өндәшмәнем, бер ни әйтмәнем.
Һағыш менән бары ҡарап ҡалдым,
Өсмөйөштәр яһап үткәнен.
Ә ҡайыны мине көткәндер ул,
Тик аҙаштым, уйҙар аҙашҡан.
Әүерәнем бүтән яттарға мин,
Әүерәнем башҡа ағасҡа.
Ябалаҡлап ҡарҙар яуа ғына,
Ауа ғына ҡарҙар елкәмә.
Ҡышым тиеп үтә һөйөнмәҫмен,
Килер көҙөм миңә үпкәләр.
Бер япрағын алып ҡалманым шул,
Әрләмәҫ тә инем үҙемде.
Хәтерендә тороп ҡалған булһам
Үкенескә үткән көҙөмдөң.
Фәһим Әхмәров.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев