Предыдущая публикация
Китмәҫ кеүек ине йәш саҡтар .
Ваҡыт иңдәрендә үтә етеҙ
Күҙгә күренмәгән ҡанаттар.
Тәмен әле татый башланыҡмы
Йәшәү атлы оло бүләктең...
Ни икәнен нығыраҡ белә барам
Бар нимәнән дә ҙур теләктең .
Ә Ваҡыттың беҙҙә эше лә юҡ .
Үҙ һуҡмағы менән ашыға .
Инде белеп булмай , әллә йылдар,
Әллә айҙар килә ҡаршыға ...
Бәхет ҡатыш һынау, шатлыҡ -хәсрәт —
Тора ғүмер яҙмыш яҙғандан ?
Барыһында яҙмыш мулдан биргән...
... Ғүмер оҙонлоғон ҡыҙғанған ...
Физәлия Дәүләтгәрәева
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 10