Бер ауылдан башҡорт егете, Өфөгә нефтяной университетҡа уҡырға керергә барған ти. Абтуриенттар күп, сит илдәрҙән дә бар икән. Буласаҡ студенттар һөйләшә, таныша . Беҙҙең егет тә берәй сит ил кешеһе менән танышҡыһы, һөйләшкеһе килеп торған саҡта, ауылда ҡояштан ҡара янған егеткә лә, бер үҙе кеүек егет ,килеп еңенән тартҡан бит:
- ттыи аткуда?- ти икән рус телен вата һындыра.
- Ни кәрәк ул һиңә? - тип дорфа ғына яуаплаған был, үҙе кеүек ауыл малайы тип уйлап,шулай булмай ни,инде сит ил кешеһе менән танышам тип торғанда үҙе кеүек башҡорт, русса юнләп белмәгән ауыл малайы баш ҡатырып йөрөһөн әле... Теге ҡара малай , башын борғолап , әңгәмәсеһе әйткәнен аңламай торған торған да,бының әйткәнен үҙенсә аңлаған:
-А, Никарагуа, латинос!-тип яурынына еңелсә һуғып китеп барған . Башына еткән дә егеттең, бит кем икәне әңгәмәсеһе, һәленеп төшкән эйәген йыйғансы кеше араһына кереп юғалған сит ил егете , һуң булған...
Ауылына ҡайтҡас, һөйләгән бит тишек ауыҙ малай был хәлде. Ауыл халҡына ни- етә ҡала-« Никарагуа» ҡушаматы шап итеп ҡала тегегә.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев