Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан Республикаһы мәктәптәренән 316 уҡыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үҙ белемдәрен һынап ҡарау өсөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына йыйылды.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан 39-сы тапҡыр ойошторола. Унда мәктәп, муниципаль этаптарҙы уңышлы үткән 9-сы, 10-сы, 11-се класс уҡыусылары ҡатнаша. Олимпиаданы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә Өфө фән һәм технологиялар университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма, Өфө ҡалаһы Хакимиәте ҙур ярҙам күрһәтә.
Олимпиадала ҡатнашыусылар һаны ла йылдан-йыл арта бара: уҙған йылда 287 уҡыусы булһа, быйыл ҡышҡы һауа торошона ла ҡарап тормай 316 бала һуңғы йомғаҡлау этабына килде. Олимпиаданың абруйы үҫеүенә уның Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы бойороғо менән раҫланған олимпиадалар һәм конкурстар исемлегенә биш йыл рәттән индерелеүе лә, еңеүселәргә һәм призерҙарға Башҡортостан Республикаһында эшләп килеүсе юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән ваҡытта балдар өҫтәлеүе лә, йыл да Республика Башлығы премияһы тапшырылыуы ла ныҡ булышлыҡ итә.
Быйылғы олимпиаданың еңеүселәре һәм призерҙары исемдәре иртәгә 10 ғинуарҙа Өфө ҡалаһының мәҙәниәт йортонда үтәсәк тантаналы сарала билдәле буласаҡ. Әйтергә кәрәк, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе башҡа милләт уҡыусылары араһынан еңеүселәр айырым билдәләнә.
Әлегә башҡорт телен яратып өйрәнеүсе, туған телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен ихтирам итеүсе йәш дуҫтарыбыҙға уҡыуҙарында уңыштар, яңы бейеклектәр теләйем!
9 - 10 января 2025 года в Уфе проходит 39-я межрегиональная олимпиада по башкирскому языку и литературе, в которой принимают участие 316 обучающихся 9-11 классов общеобразовательных организаций Республики Башкортостан, Челябинской, Оренбургской областей, Республики Татарстан.
Статус олимпиады из года в год растет, чему способствует ее включение в перечень олимпиад и конкурсов Министерства просвещения Российской Федерации. Победителям и призерам межрегиональной олимпиады ежегодно присуждается Премия Главы Республики Башкортостан. Кроме того, в высших учебных заведениях, находящихся в республике, установлены дополнительные баллы при поступлении на обучение.
Победители и призеры будут определены среди школьников, изучающих башкирский язык как родной и как государственный язык Республики Башкортостан.
Участникам остаётся пожелать удачи и достижения новых высот в учебе, и в дальнейшем не терять чувства любви и уважения к родному языку, литературе и культуре!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев