Ҡәҙерле яҡташтар, ветерандар!
Һеҙҙе ихлас күңелдән Халыҡ-ара ололар көнө менән ҡотлайым!
Был яҡты, күңелдәргә йылы бөркөүсе байрам һеҙгә ихтирам белдереү һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткереү өсөн йәнә бер матур мөмкинлек булып тора. Һәр ғаилә ҙур тормош юлы үткән, аҡылға, бай тәжрибәгә эйә булған өлкәндәрҙән өлгө алып йәшәй. Һеҙ балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә, бүлә-бүләсәрҙәрегеҙгә ҡиммәтле тормош тәжрибәгеҙҙе тапшыраһығыҙ, уларҙы мәрхәмәтлеккә һәм хеҙмәт һөйөүгә, ғаиләгә тоғро булырға, тормош һынауҙарын еңеп сығырға, бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәҫкә өйрәтәһегеҙ. Һеҙҙең һәр берегеҙ данлы хеҙмәт юлы үткән һәм район, республика, ил үҫешенә лайыҡлы өлөш индергән. Күптәрегеҙҙең әле лә йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы айырым ихтирамға лайыҡ. Барығыҙға ла ихлас йөрәктән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер, тыныслыҡ һәм имен тормош теләйем.
Йылдар үтә тиеп борсолмағыҙ —
Йылдар үтеү бер ни түгел ул.
Һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшәү —
Үҙе бәхет, үҙе шатлыҡ ул!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев