Предыдущая публикация
Ике ҡыҙ ерек йыға,
Шар буйында ҡыуаҡта.
Уйнап тора туҡылдап,
Балталары ҡулдарҙа.
Ерек ағасы йомшаҡ,
Тапсыҡтар оса йыраҡ.
Әрҙәнәләр өйөлә,
Икеһелә һөйөнә.
Ҡулдарында ҡармаҡтар,
Ағын һыуҙа күҙҙәре.
Эре- эре ҡомайҙар,
Ҡабалар килеп үҙҙәре.
Биҙерәләр ҙә тула,
Бешкән эре еләктән.
Бына шулай беҙ ҡыҙҙар,
Йәм таптыҡ һәр бер эштән.
Ике бер туған ҡыҙҙар,
Уйнап эшләп үҫтек беҙ.
Гүмер атын йүгәнләп,
Алға еләбеҙ хәҙер.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 10