Предыдущая публикация
Тыуып үҫкән ауылым яғына...
( йырҙан)
Уйға талып күҙем менән
Оҙатам болоттарҙы,
Тыуған яғыма ағыла
Күгемдең күбектәре.
Аҡ болоттарға ултырып
Ҡайтаһы килгән сағым,
Ауылҡайым алыр төҫлө
Йәйеп йылы ҡосағын.
Ҡайтаһы килгән көндәрем,
Һағышым ташҡан мәлем,
Инәйем көтөп торғандай
Иңенә һалып шәлен.
Йорт ҡапҡаһын аса һалып
Атайым сығар төҫлө,
Ишек алды бәпкә үлән,
Уралып үбәр төҫлө.
Эй ауылым, тыуған йортом,
Атайым, инәкәйем,
Һеҙҙе һағынып, уйланып
Өҙөлә үҙәккәйем...
Сәләмемде урап һалдым
Аҡ мамыҡтар эсенә,
Йылы ямғыр булып яуһын
Ауылҡайым өҫтөнә.
Ағыла, болот ағыла
Тыуған ауылым яғына ...
Тамара Султанова 31.07.19.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 13