Быйыл беҙҙең яҡташыбыҙ, Хәйбулла еренең һәләтле улдарының береһе, шағир, прозаик, драматург, публицист, оҫта тәржемәсе Ғәзим Ғәзиз улы Шафиҡовҡа 85 йәш тулған булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ошо көндәрҙе күрә алманы, баҡыйлыҡҡа күсте, әммә матур ижади эштәре ҡалды. Һәм бөгөн Аҡъярҙа уның иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.
Ҡырғыҙстанда тыуһа ла, ун ике йәшенән Һаҡмар йылғаһы буйындағы йәмле Әбеш ауылында үҫеп, һуңынан Сик (Оло Арыҫланғол) ауылында ябай клуб мөдире булып хеҙмәт юлын башлаған, артабан Башҡорт дәүләт университетында белем алған әҙиптең үҙенең дә, туғандарының да хәтирәләре буйынса, тап Хәйбуллала үткән йылдары уның ижадына илһам бирә һәм нигеҙ һала. Урындағы халыҡтың йәнле тормошо нигеҙендә ышаныслы һәм асыҡ әҫәрҙәр яҙа ул. Ғәзим Ғәзиз улының ижад емештәре икһеҙ-сикһеҙ, мәңгелек.
Халҡыбыҙ уларҙы онотмаҫ, әҫәрҙәрен яңы быуын вәкилдәре өйрәнер һәм үҙенең эшендә ҡулланыр, ә бөгөн асылған таҡтаташ иһә киләһе быуындарға мәшһүр яҡташыбыҙ хаҡында яҡты иҫтәлек булыр.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 1
Мы работали вместе над документальным фильмом о нем и его творчестве.Он очень гордился полученным результатом . Показывало ТВ на его юбилейную дату или нет , не знаю к сожалению. Хорошо бы его копию иметь в школе в Абишево , где проходила часть съёмок .
Засл.деятель искусств РБ Луиза Ильясова - Коряковцева.