Һинең ҡулдан эскән сәй тәмле.
Ары торһон зәһәр ресторандар
Самауырың көйләй, эй йәмле.
Күкрәгемә йылы таралғандай
Ҡайнар сәйҙән миңә күскәнме?
Юҡ, ул тойғо бала саҡтан килә
Әсәй, һиңә иркәләнеп үҫкәнмен.
Үҫкәнмен дә әммә күңелемдә
Һаман сабый булып ҡалғанмын.
Йөрәгеңден иң-иң түрҙәренән
Һөйөү гөлөн йыйып алғанмын.
Рәхмәттәрем сикһеҙ һиңә әсәй
Нәсихәттәреңә таянам.
Кисен ятһам, таңда торһам да мин
Бисмилламды уҡып уянам.
Өҫтәлеңдә йырлай самауырың,
Һөйләп һүҙҙәр бөтмәҫ күрәһең.
Хоҙай яҙған тиһең бәндәләргә
Ҡайҙа йөрөп, ниҙәр күрәһен.
Аҡыл йыям төпһөҙ зиһенеңдән,
Тәжрибәң күп, күпте күргәнһең.
Тормош йөгөн тартып аҡыл менән
Сабырлыҡтан арҡан үргәнһең.
Яҡын дуҫты, яман дошманды ла
Яҙмыш яҙған тиһең маңлайға.
Аҡыллылар бары фәһем ала
Үҙ хатаһын күреп аңлай ҙа.
Кисерә бел, таштан ауыр гонаһ
Кешеләргә асыу һаҡлаһаң.
Йылмай ҡыҙым, бары йылмай ғына
Әгәр йылы һүҙҙәр тапмаһаң.
Иҫеңдә тот, кеше рәнйештәре
Быуат үткәс ҡайтыр балаңа.
Үҙеңдекен һаҡла күҙ алмалай,
Кешенекен көнләп һанама.
Әсәкәйем һинең нәсихәтте
Еткерермен мин дә балама.
Оҙаҡ йәшә , ғүмер үтте тиеп
Йәшле күҙең менән ҡарама.
Һыуынмаһын әсәй өҫтәлендә,
Балаларын көтөп самауыр.
Әсәйлеләр бигерәк бәхетле беҙ,
Әсәйһеҙҙәргә бит ныҡ ауыр…
Гөлиә Азаматова-Мукминова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 70