Предыдущая публикация
Өҫтөн күреп күптәрҙән.
Танауыңды сөйөп йондоҙ,
Һанайһыңмы күктәрҙән ?
Абай атла, йә булмаһа,
Эләгеп абынырһың.
Һанға һуҡмаған дуҫыңды,
Шул мәлдә һағынырһың.
Өс көнлөк кенә бит тормош,
Маһай, маһаймаһаңда.
Иҫке дуҫтар ышаныслы,
Яңыһын һайлаһаң да.
Һалам тажың баштарыңда,
Ел осора күрмәһен.
Әллә кемдәр булып йөрөп,
Яңғыҙ ҡала күрмә һин.
Гөлиә Азаматова-Мукминова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 43
Һин дә әллә кем түгел дә
Мин дә әллә кем түгел.
Һинең әллә кем булыуың,
Әжәлгә дарыу түгел.
тип таҡмаҡлайҙар бит халыҡ
Һыр бирерлектәрҙән түгел беҙ эйеме
Туҡтап ҡалмай үҫештән,
Юғарыла баш тәм таба
Маһайыу тигән эштән...
/ак/