Предыдущая публикация
Ярҙан алып ярға ҡағалыр.
Әсе телдәр, бәғереңде телеп,
Нахаҡ ғәйептәрен тағалыр.
Йыртҡыланып бөткән йөрәгеңде,
Йылы һүҙем менән ямайым.
Ярһыуыңды баҫып яңағыңдан,
Күҙ йәштәрең булып тамайым.
Яҙмыштарҙы һайлап алып булмай,
Һәр кем үҙенекен кисерә.
Гонаһлылар нахаҡ бәлә яға,
Аҡыллылар уны кисерә.
Яңғыҙ ҡалһа яҡлаусыһыҙ тиеп,
Ашыҡмағыҙ ярҙан этергә.
Сауап булыр бәлки үҙегеҙгә,
Тырышығыҙ ярҙам итергә.
Һынауҙарҙан торған ҡара урман,
Йығылмайса йырып үтергә...
Гөлиә Азаматова-Мукминова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 110
Яңғыҙҙарға бирһен сабырлыҡ.