Предыдущая публикация
Һинһеҙ ҡаршылайым тағын атай,
Нисәнсе ҡат инде яҙҙарҙы.
Ҡояш нуры сағылдырһа күҙҙе,
Тоям төҫлө һинең наҙҙарҙы.
Шаян һүҙең, йылмайыуың етмәй,
Буй-һының да күҙ алдымдан китмәй.
Ваҡыт-дауа, онотола тиҙәр,
Үтә ваҡыт, тик һағышым үтмәй.
Атай-атай, өлгөрмәнем һиңә,
Рәхмәттәрем әйтеп бөтөргә.
Ҡайтам,-тиһәң әҙер булыр инем,
Әллә күпме һине көтөргә.
Юҡ шул юлдар, беләм ҡайтыр инең,
Киткән ерең һинең мәңгелек.
Рәхмәттәрем ысын донъяларҙа,
Йәндәреңә бирһен еңеллек.
Тыныс йоҡла атай-атайым,
Йөрәгемдә һине һаҡлайым.
Гөлиә Азаматова-Мукминова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 4