Предыдущая публикация
Тағы бер йыл үтеп китте.
Абына-һөрөнә, югерә-атлай
Алтмышҡа ла килеп еттем.
Таулы-ташлы юлдар бик күп булды
Тигеҙ юлдар булды әҙерәк.
Ташҡын йылғаларҙы бик күп кистем
Үтәйем тип юлды тиҙерәк.
Ҡарлы бурандарға ҡаршы барҙым
Эҙләмәнем юлдың еңелен.
Белдем, көттөм, алда киләсәктә
Аяҙ, яҡты көндөң килерен.
Тигеҙ юлдан атлап барам бөгөн,
Алда ниҙәр барын белмәйем.
Ҡалған юлдарымды Һаулыҡ менән
Йәнәш үтеүемде теләйем.
Ю. Лилиә. 26 05 2020.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 33