Предыдущая публикация
Кисә берәү “инәй” тип өндәште,
Бөгөн килеп “әбей” тинеләр.
Мин бит әле “апай” тигәнгә лә
Күнекмәгән, белмәй тилеләр.
Өлгөрмәнем өйрәнергә, миңә
“Кәләш”, “килен”, “еңгә” тигәнгә.
Кем ғәйепле, нәфселәре ташып,
Яттар өлөшөмә тейгәнгә?
“Әсәй” тигәнгә лә саҡ өйрәндем,
Миндәй әсәй була микән ни?
Күңелдә бит, әсә етәгенән
Яңы айырылған ҡыҙсыҡ мин...
“Ҡыҙсыҡ” имеш, ҡуйсы. Алла бирһә,
Бөгөн-иртән булам ҡоҙағый.
Хыялдарым диңгеҙенә сумам,
Сорнап ала уйҙар тоҙағы...
Онотолоп шулай ултырғанда,
“Ҡәйнәм” тигән һүҙе шаңҡытһын.
Балдан татлы ейәндәрем бер көн,
“Өләсәй” тип ишек шаҡыһын.
Зилә Лира.
22.07.2020.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев