Предыдущая публикация
Бәхетле бул, балаҡайым,
Балҡып торһон һәр саҡ йөҙөң,
Шат йылмайып, нурҙар сәсһен
Һәр ваҡыт та ике күҙең.
Сәләмәт, оҙон ғүмерҙәр
Хоҙай һеҙгә насип итһен,
Урының түрҙә, һүҙең үрҙә,
Тик уңыштар алда көтһөн.
Пар аҡҡоштай мөхәббәттә,
Йәшәгеҙ һеҙ кейәү менән.
Һөйөү емештәрегеҙҙең
Шатлыҡтарын татып гелән.
Эш хаҡтарын арттырһындар,
Үҙегеҙҙе ҙурлаһындар,
Нәщәлниктар юҡҡа -барға,
Мыжып -ваҡһып тормаһындар.
Теләгегеҙ гел уң булһын,
Алдығыҙға килеп торһон,
Яман уйлы һәм эскерле
Һеҙҙән һәр саҡ алыҫ булһын.
Бәхетле булығыҙ, балаҡайҙарым!!!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 9
Алдығыҙға килеп торһон,
Яман уйлы һәм эскерле
Һеҙҙән һәр саҡ алыҫ булһын..." -