Ғәфү ит тип әйтеү еңел,
Йәнгә үткәс ауыр һүҙең.
Йөрәгемде серпәкләгәс,
Әйтеүҙәре бул тип түҙем.
Һәр бер ауыр һүҙ ҡаҙала
Үткер уҡтай, белмәй аяу.
Үҙем генә беләм бары
Нисек ауыр һәр бер ҡаяу.
Һүҙҙәр бары һүҙ булһа ла,
Күпме ерҙә матур һүҙҙәр.
Йылы һүҙҙе ишеткәндә
Балҡып китә беҙҙең йөҙҙәр.
Ауыр һүҙҙәр әйтеп бөткәс,
Ғәфү һорау әйтсе ниңә?
Ғәфү һүҙен ишеткәндән
Еңел булыр микән миңә?
Йоҡоһоҙ үткән ауыр төндәр
Ҡайтырҙармы икән кире?
Уңалырмы ул һүҙҙәрҙән
Йөрәгемдең ауыр сире?
Әйтер алдан уйлар кәрәк
Аҙаҡ бер ҙә үкенмәҫлек.
Ғәфү итсе зинһар тиеп
Бер кемгә лә үтенмәҫлек.
Һинең йылы һүҙҙәреңдән
Балҡып китһен һәр саҡ йөҙҙәр,
Ҡояш нурын һипкән кеүек,
Йылмайһындар ғына күҙҙәр.
Йәшәүгә дәрт артһын гел дә
Кешеләрҙә һинең һүҙҙән.
Йәштәр түгел, нур бөркөлһөн,
Һинең һүҙҙән һәр бер йөҙҙән.
Нутфуллина Рәйлә
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 5