Ишетегеҙ беҙҙе , бабалар!
Башҡорт телен ҡырҡып алалар,,,
Бирегеҙсе беҙгә бер кәңәш,
Ярҙам һорай һеҙҙән балалар..
Яуап килде Рәми ағайҙан,
Ағам яҙған шиғри юлдарҙан...
Бер ҡыл
Бер көн килеп боронғо бер дуҫым
Бөрөп алды шулай алҡымдан:
- Паганини ҙә бит түгелһең, - ти, -
Уйнайһың, - ти, - әммә бер ҡылда.
Ил дә тел тип ҡаңғырғансы,
Ҡалдырсы шул иҫке бер ҡылды, -
Тигәс дуҫым, бер дошманым артты,
Ә күңелдә бер ҡыл тартылды!
Иҫке бер ҡыл!...Изге бер ҡыл йәнгә!..
Ул тартылған сәсән халҡымдан.
Бер көн килеп ул ҡыл өҙөлгәндә,
Ни мәғәнә миңә йөҙ ҡылдан?
Мин үрмәксе түгел үҙ илемдә
Мөйөш һайын бер ҡыл һуҙырға,
Ҡарһаланып, ҡомһоҙ йәне менән
Табышының ҡанын һығырға.
Йәйғор һымаҡ ҡалҡып күңелемдә
Мең йыл аша килгән бер ҡылым,
Ул ҡыл үтеп ингән йөрәгемә,
Яуҙар, мең ғазаптар арҡылы.
Пушкин, Тарас, Туҡай, Бабичҡа ла
Изге булған иҫке бер ҡылы.
Әҙернәнән яңы уҡ атырға
Әҙер торған кереш тартылып.
Күктә ҡояш - тик бер иҫке юлдаш
Тик йылыта мәңге ул беҙҙе.
Һандуғас та ерҙә иҫке бер йыр йырлай -
Ялҡытҡаны һис тә юҡ әле!
Бер тыуа ла кеше тик бер үлә,
Тәүге һөйөүе лә бер генә,
Бер генә тик иҫке туған телем,
Бер генә тик иҫке ергенәм.
Мәңге яңы ҡартлас был донъяла
Бер йөрәгем типкән сағымда
Ике йөҙлө, ике һүҙле булмам,
Мин торормон бер ҡыл һағында.
Туҡһан туғыҙ ҡылың менән, дуҫҡай,
Тик үҙеңдә ҡалһын аҡылың.
Туҡһан туғыҙ ялған ҡыл булғансы,
Булһын әйҙә ысын бер ҡылың!
Рәми Ғарипов
*Өҙөлмәһен ҡылың! Көрәш, башҡорт!*
Тине миңә Рәми ағайым...
Ағам әйткәндәрҙе еткерергә
Йән - фарманға һеҙгә сабайым..
Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ
2.09.2017
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 324
Ишетегеҙ беҙҙе , бабалар!
Башҡорт телен ҡырҡып алалар,,,
Бирегеҙсе беҙгә бер кәңәш,
Ярҙам һорай һеҙҙән балалар..
Яуап килде Рәми ағайҙан,
Ағам яҙған шиғри юлдарҙан...
Бер ҡыл
Бер көн килеп боронғо бер дуҫым
Бөрөп алды шулай алҡымдан:
- Паганини ҙә бит түгелһең, - ти, -
Уйнайһың, - ти, - әммә бер ҡылда.
Ил дә тел тип ҡаңғырғансы,
Ҡалдырсы шул иҫке бер ҡылды, -
Тигәс дуҫым, бер дошманым артты,
Ә күңелдә бер ҡыл тартылды!
Иҫке бер ҡыл!...Изге бер ҡыл йәнгә!..
Ул тартылған сәсән халҡымдан.
Бер көн килеп ул ҡыл өҙөлгәндә,
Ни мәғәнә миңә йөҙ ҡылдан?
Мин үрмәксе түгел үҙ илемдә
Мөйөш һайын бер ҡыл һуҙырға,
Ҡарһаланып, ҡомһоҙ йәне менән
Табышының ҡанын һығырға.
Йәйғор һымаҡ ҡалҡып күңелемдә
Мең йыл аша килгән бер ҡылым,
Ул ҡыл үтеп ингән йөрәгемә,
Яуҙар, мең ғазаптар арҡылы.
Пушкин, Тарас, Туҡай, Бабичҡа ла
Изге булған иҫке бер ҡылы.
...ЕщёБАШҠОРТ ТЕЛЕН ҠЫРҠЫП АЛАЛАР...
Ишетегеҙ беҙҙе , бабалар!
Башҡорт телен ҡырҡып алалар,,,
Бирегеҙсе беҙгә бер кәңәш,
Ярҙам һорай һеҙҙән балалар..
Яуап килде Рәми ағайҙан,
Ағам яҙған шиғри юлдарҙан...
Бер ҡыл
Бер көн килеп боронғо бер дуҫым
Бөрөп алды шулай алҡымдан:
- Паганини ҙә бит түгелһең, - ти, -
Уйнайһың, - ти, - әммә бер ҡылда.
Ил дә тел тип ҡаңғырғансы,
Ҡалдырсы шул иҫке бер ҡылды, -
Тигәс дуҫым, бер дошманым артты,
Ә күңелдә бер ҡыл тартылды!
Иҫке бер ҡыл!...Изге бер ҡыл йәнгә!..
Ул тартылған сәсән халҡымдан.
Бер көн килеп ул ҡыл өҙөлгәндә,
Ни мәғәнә миңә йөҙ ҡылдан?
Мин үрмәксе түгел үҙ илемдә
Мөйөш һайын бер ҡыл һуҙырға,
Ҡарһаланып, ҡомһоҙ йәне менән
Табышының ҡанын һығырға.
Йәйғор һымаҡ ҡалҡып күңелемдә
Мең йыл аша килгән бер ҡылым,
Ул ҡыл үтеп ингән йөрәгемә,
Яуҙар, мең ғазаптар арҡылы.
Пушкин, Тарас, Туҡай, Бабичҡа ла
Изге булған иҫке бер ҡылы.
Әҙернәнән яңы уҡ атырға
Әҙер торған кереш тартылып.
Күктә ҡояш - тик бер иҫке юлдаш
Тик йылыта мәңге ул беҙҙе.
Һандуғас та ерҙә иҫке бер йыр йырлай -
Ялҡытҡаны һис тә юҡ әле!
Бер тыуа ла кеше тик бер үлә,
Тәүге һөйөүе лә бер генә,
Бер генә тик иҫке туған телем,
Бер генә тик иҫке ергенәм.
Мәңге яңы ҡартлас был донъяла
Бер йөрәгем типкән сағымда
Ике йөҙлө, ике һүҙле булмам,
Мин торормон бер ҡыл һағында.
Туҡһан туғыҙ ҡылың менән, дуҫҡай,
Тик үҙеңдә ҡалһын аҡылың.
Туҡһан туғыҙ ялған ҡыл булғансы,
Булһын әйҙә ысын бер ҡылың!
Рәми Ғарипов
*Өҙөлмәһен ҡылың! Көрәш, башҡорт!*
Тине миңә Рәми ағайым...
Ағам әйткәндәрҙе еткерергә
Йән - фарманға һеҙгә сабайым..
Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ
2.09.2017
Сәсәндәре ҡайтты иленә,
Һүҙ ҡылысы тағып биленә,
Һүҙҙәр менән һүҙҙәр көрәшә...
Башҡорттарым! Ныҡ бул! Бирешмә!
Батыр һаҡла Үҙе илеңде,
Юғалтмаҫҡа Тыуған телеңде!
Һин Аҫаба үҙе ереңдә,
Үҙ ваҡытында әйт һүҙеңде!
Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ
3.09.2017
Изучать или нет Башкирский язык?
А как вы думаете государи,
Хотите у Государства отрезать ЯЗЫК?
Есть Государство! Есть и Язык!
Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ
Рәсәй Федерацияһына кергән һәр милли Республиканың йәки Дәүләттең Үҙ теле бар. Башҡортостан Республикаһында ул тел -Башҡорт теле!Сыуашстанда - Сыуаш теле, Татарстанда -Татар теле ..һ. б.. телдәр. Ә Рус теле беҙ Рәсәй составында булғас, Рәсәйҙә аралашыу теле итеп ҡабул ителгән.Ә хәҙер көслөк менән бары рус теленә генә ҡалдырмаҡсы булалар.Башҡорттар тәбиғәте менән батыр халыҡ булараҡ әле лә ошо яуға ҡаршы тәүге булып күтәрелде. Ошо ваҡытта һәр милли Республика Үҙ телен яҡлап Мәскәү алдында үҙ һүҙен әйтергә тейеш! Тик башҡа Республикаға ҡыҫылыу кәрәкмәй. Башҡортостанда Дәүләт теле ике тел! БАШҠОРТ ТЕЛЕ һәм РУС ТЕЛЕ! Ныҡ булығыҙ, ! Башҡорттар ҡайһы заманда йәшәһәләр ҙә Башҡорт булып ҡалалар! БАШҠОРТ ТЕЛЕн һаҡлау һәм яҡлау өсөн тырышлыҡ һалығыҙ! Тырыштарға Аллаһы Тәғәлә ярҙам бирә..Ваҡытында үҙ һүҙегеҙҙе ныҡ итеп әйтегеҙ! Һеҙ Үҙ ерегеҙҙә! Башҡорттар башҡа милли Республикаларға был яҡтан өлгө булып торалар..ҠУРАЙға татар яу...ЕщёМилли Республикалар теле!
Рәсәй Федерацияһына кергән һәр милли Республиканың йәки Дәүләттең Үҙ теле бар. Башҡортостан Республикаһында ул тел -Башҡорт теле!Сыуашстанда - Сыуаш теле, Татарстанда -Татар теле ..һ. б.. телдәр. Ә Рус теле беҙ Рәсәй составында булғас, Рәсәйҙә аралашыу теле итеп ҡабул ителгән.Ә хәҙер көслөк менән бары рус теленә генә ҡалдырмаҡсы булалар.Башҡорттар тәбиғәте менән батыр халыҡ булараҡ әле лә ошо яуға ҡаршы тәүге булып күтәрелде. Ошо ваҡытта һәр милли Республика Үҙ телен яҡлап Мәскәү алдында үҙ һүҙен әйтергә тейеш! Тик башҡа Республикаға ҡыҫылыу кәрәкмәй. Башҡортостанда Дәүләт теле ике тел! БАШҠОРТ ТЕЛЕ һәм РУС ТЕЛЕ! Ныҡ булығыҙ, ! Башҡорттар ҡайһы заманда йәшәһәләр ҙә Башҡорт булып ҡалалар! БАШҠОРТ ТЕЛЕн һаҡлау һәм яҡлау өсөн тырышлыҡ һалығыҙ! Тырыштарға Аллаһы Тәғәлә ярҙам бирә..Ваҡытында үҙ һүҙегеҙҙе ныҡ итеп әйтегеҙ! Һеҙ Үҙ ерегеҙҙә! Башҡорттар башҡа милли Республикаларға был яҡтан өлгө булып торалар..ҠУРАЙға татар яуы булғанда һаҡлап ҡалдыҡ бит... Ана хәҙер ҠУРАЙ каналы ҡайһылай матур итеп Башҡорттоң мәҙәниәтен бар донъяға тарата! Әле лә Башҡорт телен ҡыйыу яҡлайыҡ! Шым ятмағыҙ! Аҙаҡ үкенмәҫ өсөн һәр һүҙ үҙ ваҡытында әйтелһен! Башҡорттар - боронғо, тамырлы халыҡ! Еңеүҙәр көрәштә яулана!Башҡорттарға Еңеү киләсәк! Ҡурҡмағыҙ! Батыр булығыҙ! Һеҙ Үҙ илегеҙҙә!Үҙ ерегеҙҙә!
АЛТЫНБИКӘ сәсәниә
Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы - гөллө гөл - сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!
Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,
Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,
Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!
Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем - тәрәнһең һин,
Айға - көнгә тиңләмәйем - гүзәлһең һин,
Ҡаяларға тиңләмәйем - бөйөкһөң һин,
Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле!
Күп быуаттар һин йырланың ҡурай моңон,
Күп быуаттар һин йырланың яугир юлын,
Инде азат. Шат. Йырлайһың еңеү йырын,
Эй, бәхетле, эй, ...Ещё Башҡорт теле
Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы - гөллө гөл - сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!
Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,
Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,
Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!
Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем - тәрәнһең һин,
Айға - көнгә тиңләмәйем - гүзәлһең һин,
Ҡаяларға тиңләмәйем - бөйөкһөң һин,
Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле!
Күп быуаттар һин йырланың ҡурай моңон,
Күп быуаттар һин йырланың яугир юлын,
Инде азат. Шат. Йырлайһың еңеү йырын,
Эй, бәхетле, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!
Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,
Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең,
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,
Атам теле, әсәм теле - минең телем!
Зәйнәб Биишева