-Баласаҡ утрауы бармы?
-Бар!- тип әйтәм мин һеҙгә,
Ул һеҙҙең донъяға килеп
Һеҙ тыуып-үҫкән ерҙә.
Унда олатай, өләсәй,
Ғәзиз атай һәм әсәй,
Баласаҡтың утрауында
Хәтерҙә мәңге йәшәй.
Унда һинең иптәштәрең,
Бар унда синыфташтар,
Тыуған ауыл, тыуған мөхит,
Бергә уйнаған дуҫтар.
Баласаҡтың утрауы - ул,
Һеҙҙең хәтерҙәге ил,
Хәтер йомғағын һүтергә
Был утрауға һин дә кил!
Унда әсәйҙең аштары,
Өләсәй доғалары,
Балаларҙың өләсәйҙә
Ҡунаҡ булған саҡтары.
Был утрауҙа парҙар бөркөп
Шыжлап самауыр ҡайнай,
Йәм-йәшел ағастарында
Төрлө ҡоштары һайрай.
Олатай бесәндән ҡайта,
Ҡуян күстәнәс һалған,
Тәмле , татлы аш-ризыҡтар
Табындан урын алған.
Баласаҡтың утрауында
Йылға буйында тирәк,
Хәтерҙәребеҙ яңыртып
Гәпләшәйек бергәләп.
Баласағым утрауында
Әсәйемдең һөйөүө,
Яҡшы эштәргә шатланып
Ҡыйын саҡта көйөүө.
Был утрауҙа һаман аға
Көмөш һыулы Йәншишмә,
Һауығып китә кешеләр
Килеп моңдарын эсһә.
Эй, Баласағым утрауы!
Һин булырһың хәтерҙә,
Балалар, ейән-ейәнсәр,
Үҙем уйнаған ерҙә.
Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә
Беҙҙең ишегалдында Баласаҡ утрауы исемле йәй көнө сәй эсеп йөрөй торған урыныбыҙ бар.( беседка). Тәүҙә беҙ уны йәйләү тип кенә йөрөтә инек, аҙағыраҡ Баласаҡ утрауы тигән исемде ейәнсәрем Илнара ҡушты.Барыбыҙға ла оҡшай беҙҙең Баласаҡ утрауы! Әле каникулдан ейәнем һәм ейәнсәремде оҙатҡас бер үҙем моңһоуланып ултырам шунда.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 13
-Баласаҡ утрауы бармы?
-Бар!- тип әйтәм мин һеҙгә,
Ул һеҙҙең донъяға килеп
Һеҙ тыуып-үҫкән ерҙә.
Унда олатай, өләсәй,
Ғәзиз атай һәм әсәй,
Баласаҡтың утрауында
Хәтерҙә мәңге йәшәй.
Унда һинең иптәштәрең,
Бар унда синыфташтар,
Тыуған ауыл, тыуған мөхит,
Бергә уйнаған дуҫтар.
Баласаҡтың утрауы - ул,Һеҙҙең хәтерҙәге ил,
Хәтер йомғағын һүтергә
Был утрауға һин дә кил!
Унда әсәйҙең аштары,
Өләсәй доғалары,
Балаларҙың өләсәйҙә
Ҡунаҡ булған саҡтары.
Был утрауҙа парҙар бөркөп
Шыжлап самауыр ҡайнай,
Йәм-йәшел ағастарында
Төрлө ҡоштары һайрай.
Олатай бесәндән ҡайта,
Ҡуян күстәнәс һалған,
Тәмле , татлы аш-ризыҡтар
Табындан урын алған.
Баласаҡтың утрауында
Йылға буйында тирәк,
Хәтерҙәребеҙ яңыртып
Гәпләшәйек бергәләп.
Баласағым утрауында
Әсәйемдең һөйөүө,
Яҡшы эштәргә шатланып
Ҡыйын саҡта көйөүө.
Был утрауҙа һаман аға
Көмөш һыулы Йәншишмә,
Һауығып китә кешеләр
Килеп моңдарын эсһә.
Эй, Баласағым утрауы!
Һин булырһың хәтерҙә,
Балалар, ейән-ейәнсәр,
Үҙем уйнаған ерҙә....ЕщёБАЛАСАҠ УТРАУЫ (Островок детства)
-Баласаҡ утрауы бармы?
-Бар!- тип әйтәм мин һеҙгә,
Ул һеҙҙең донъяға килеп
Һеҙ тыуып-үҫкән ерҙә.
Унда олатай, өләсәй,
Ғәзиз атай һәм әсәй,
Баласаҡтың утрауында
Хәтерҙә мәңге йәшәй.
Унда һинең иптәштәрең,
Бар унда синыфташтар,
Тыуған ауыл, тыуған мөхит,
Бергә уйнаған дуҫтар.
Баласаҡтың утрауы - ул,Һеҙҙең хәтерҙәге ил,
Хәтер йомғағын һүтергә
Был утрауға һин дә кил!
Унда әсәйҙең аштары,
Өләсәй доғалары,
Балаларҙың өләсәйҙә
Ҡунаҡ булған саҡтары.
Был утрауҙа парҙар бөркөп
Шыжлап самауыр ҡайнай,
Йәм-йәшел ағастарында
Төрлө ҡоштары һайрай.
Олатай бесәндән ҡайта,
Ҡуян күстәнәс һалған,
Тәмле , татлы аш-ризыҡтар
Табындан урын алған.
Баласаҡтың утрауында
Йылға буйында тирәк,
Хәтерҙәребеҙ яңыртып
Гәпләшәйек бергәләп.
Баласағым утрауында
Әсәйемдең һөйөүө,
Яҡшы эштәргә шатланып
Ҡыйын саҡта көйөүө.
Был утрауҙа һаман аға
Көмөш һыулы Йәншишмә,
Һауығып китә кешеләр
Килеп моңдарын эсһә.
Эй, Баласағым утрауы!
Һин булырһың хәтерҙә,
Балалар, ейән-ейәнсәр,
Үҙем уйнаған ерҙә.
Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә
Көмөш һыулы Йәншишмә,
Һауығып китә кешеләр
Килеп моңдарын эсһә.----Алтынбикэ, рахмэт шигыр осон!!! Шундай матур, баласак искэ тошто...
Беззең баласақ утрауы -арьяқ яланы була торған ине .
Күл аша башлана ине арьяқ .
Без бала -сағалар урап шунда йәй етһә бара торған инек .
Анда ни генә үҫмәй ине :иң беренсе йыуа ,шунан қузғалақ .
Сиратлап бары үҫәр ине .