Предыдущая публикация
– тип һорайһың.
Нишләп һағынмай тей? Һағынам!
Бик йыш ҡына уй-хыялым менән
Тыуған-үҫкән яҡҡа ағылам.
Ләкин бында инде башҡа быуын,
Мине бында таный һирәктәр,
- Ҡайттыңмы? – тип хәҙер шауламайҙар
Шүлкәм буйындағы еректәр.
Урманымда ҡарағайҙар ҡосам,
Таныш туғайҙарҙы гиҙәм мин,
Онотҡандар мине бесәнлектәр –
Күңелемдән быны һиҙәм мин.
Һағынам шул… Төштәремә инеп,
Иләҫләтә бала саҡтарым,
Үкенестәр ҡайсаҡ һыҙландыра,
Йә илата йәнде аҡтарып.
...Әле булһа әйләнәм дә ҡайтам,
Һағынам да тыуған яғымды:
Мин эҙләйем бында үткәндәрҙе,
Тороп ҡалған бала сағымды.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 7