Предыдущая публикация
Үҙ яҙмышы менән үҙ холҡо.
Була йомшаҡ, була ҡырыҫ,
Миҙгелдәрҙәй була төрлөһө. Дуҫтар була ысын дуҫтар,
Ярҙам ҡулын әҙер һуҙырға.
Бер һүҙ әйтмәй, һине аңлағандар,
Бер туғандай яҡын күңелгә.
Була дуҫтар, дошман кеүек,
Ипләп килеп, китә таш ороп,
Була дуҫтар ике йөҙлө,
Арттан килеп, китә төкөрөп.
Ундай дуҫтан һаҡла Хоҙай,
Булғанынан яҡшы булмауы.
Ундай дуҫтың кәрәге юҡ,
Булмаһа ул, күңел тотҡаһы.
Һин үҙең дә, булма ҡырыҫ,
Һорауҙарға була яуабы.
Бер иш булып, бергә тартһаң,
Еңел була тормош арбаһы!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1