Ковид атлы ҡырылыштан
Күпме кеше юғалды.
Битлектәр кемде ҡотҡарҙы? –
Туҙанда урын алды.
Йөҙәр миллион ҡаплағыстар
Сүплектәргә юлланды.
Битлектәрҙең башҡа төрө -
Үтә күренмәлеһе.
Быларын бырғытып булмай –
Шәхес “билдәлелеге”.
Был битлекте күреп булмай,
Беленмәй, ҡапшаһаң да:
Хеҙмәттә инсандың эске
Ҡиәфәте һағында.
“Белмәйем-күрмәнем,” тиеп,
Ҡаплай битарафлыҡты.
“Һиҙмәйем-ишетмәнем,” тип,
Томанлай наҙанлыҡты.
Ҡаплап тора аңралыҡты,
Әҙәм әҙәпһеҙлеген.
Асып ҡуйыр халыҡҡа тик
Ике йөҙҙөң береһен.
Ҡурсалар ул аҫтыртынды,
Алдаҡсыны, хаинды.
Быларының йәшәү шарты –
Битлек сифаты инде.
“Битлек нисек?” тип һорайым
Бер намыҫсан дуҫымдан:
- Беләһең бит, ул нәмәне
Йөрөтәм сараһыҙҙан!
Битлек аҫтында һәр бәндә.
Ҡотолоу бармы унан?
...Китеп барҙы кисә берәү –
Битлеге ҡайҙа булған?
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев