Предыдущая публикация
Ҡырпағайҙың башы ғына,
Иртәнге күк салт аяҙ.
Күңелемде йыуата ул,
Йәнкәйемә һала наҙ.
Һоҡландырып, ул арала
(Ҡайҙан ғына киләләр?)
Күк йөҙөндә аҡ ойоштар –
Дәү аҡҡоштар йөҙәләр!
Тамашаһын ашыҡтыра –
Ҡырпағай майай түгел.
Тотош ҡара болот шыла,
Зинһар, бошонма, күңел!
Артынан аҡ күбәләктәр
Серле берҙәм бейеүҙә!
Ҡырпағайҙа беренсе ҡар –
Күреп ҡалсы мөғжизә!
Беҙ әҙербеҙ үҙгәрешкә,
Бошоноуға урын тар.
Һүрәттәрең күп, ҡырпағай,
Йәшермә, сығарып һал!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев