09.1945-9.05.2009), тыумышы менән Көйөргәҙе районының Ҡунаҡбай ауылынан
ТУҠАЙҒА
Һоҡланып та ғорурланып
Уҡыйбыз без Рәмиҙе.
Ә мин бына ятлап үҫтем
“Кәзә менән Ғәли” ҙе.
“Урамда буран,
Мин өйҙә торам.
Тәҙрә аша
Тик ауыҙ йырам”**.
Бурандарҙа ауыҙ йырып
Алғанда анда-һанда,
Рәхәт ине йылы өйҙә,
Туҡай гел булғас янда.
Төндәр буйы “Шүрәле”нең
Әкиәтен тыңланым.
Һәм үҫкәнсе Туҡай менән
Бар донъяны буйланым.
Үтә ел да Туҡай көнө,
Үҙгәрмәгәндәй донъя.
Туҡай һаҙы һеңмәне, тип,
Әйтеүе лә уңайһыҙ.
Онотмайым “папа-мама”
Тип үҙгәргәс тел иле.
Ҡотҡарҙы бит Ғабдулланың
“Әткәм-әнкәмнең” теле.
Һоҡланып та ғорурланып
Уҡығанда Рәмиҙе,
Кире ҡабат ятлап сығам
“Кәзә менән Ғәли”ҙе.
* Администратордан искәрмә. Г.Тукайның «Гали белән Кәҗә» шигыре.
** Администратордан искәрмә. Бу шигырь юлларының авторы Гомәр Толымбай («Буран»).
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 3